Логотип
phone контакт-центр +7 (347) 222-45-06 phone горячая линия 8 800 3478003 mail_outline mail@sahufa.ru mail_outline mup-sah@yandex.ru Max +7 986 704-40-88 Telegram +7 986 704-40-88 phone приемная +7 (347) 223-43-83 Whatsapp +7 986 704-40-88

450059, Республика Башкортостан, г. Уфа,
Малая Гражданская, 35

Заявка на заключение договора Прием обращений Получать квитанции на электронную почту

Хөрмәтле хәрбиҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡораллы көстәр ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һалдаттар һәм запастағы офицерҙар! Ҡәҙерле яҡташтар!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы менән ҡотлайым! 9 Май – илебеҙҙә иң бөйөк, иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе. Был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.
Был байрамда беҙ илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыусыларҙы, донъяны нацизмдан ҡотҡарыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Бөгөн Рәсәйҙең батыр улдары, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данына тоғро ысын патриоттар йәнә ил һағына баҫты. Махсус хәрби операция зонаһында булған беҙҙең һаҡсыларыбыҙға аяҙ күк йөҙө аҫтында тыныс йәшәгәнебеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел көрлөгө һәм яҡты киләсәк теләйбеҙ!
“Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы
директоры  А.М. Латыпов.