Логотип
phone горячая линия 8 800 3478003 phone контакт-центр +7 (347) 222-45-06
mail_outline mup-sah@yandex.ru
Whatsapp +7 986 704-40-88 Telegram +7 986 704-40-88 phone приемная +7 (347) 223-43-83

450059, Республика Башкортостан, г. Уфа,
Малая Гражданская, 35

Заключить договор ONLINE Прием обращений Не пришла квитанция?

В коллективе МУП “Спецавтохозяйство по уборке города” по праву гордятся трудовыми семейными династиями

В коллективе МУП “Спецавтохозяйство по уборке города” по праву гордятся трудовыми семейными династиями.
Если сложить весь трудовой стаж семьи Бикбулатовых, то получится неплохая цифра – больше тридцати двух лет совместного стажа на предприятии. У каждого из династии свой взгляд на профессию водителя, свой стиль вождения, свои личностные качества и подход к работе. На сегодняшний день каждый из членов этой семьи находится на разных этапах своего жизненного пути: у самого старшего, отца семейства – Марсила Исбаховича богатый жизненный опыт; награды за кропотливый труд, есть что вспомнить, поделиться опытом и тому, кто идет вслед за ним; а у сыновей – Ильдара и Вадима трудовой путь только в самом начале. И они также как их отец выросли добросовестными и ответственными людьми. Всех троих объединяет самое главное: они – достойные и уважаемые представители трудовой династии Бикбулатовых. Биография их семьи неразрывно связана с историей предприятия, с его достижениями и многолетними традициями.
– На работу я пришёл по примеру своих родных. Необходимые документы для работы на транспорте у меня были – в свое время отучился, получил водительские категории: В и С. Рабочую профессию выбрал не случайно, я – продолжатель династии, пошел по стопам отца и брата. Сегодня, как и они, тружусь на КамАЗе уже не первый год. Благодаря родным быстро научился, адаптировался в коллективе, набрался определенного опыта. Освоил и технику, и маршруты, по которым часто приходится ездить. Работа мне нравится: руководство поддерживает, платят хорошо и техника современная, – рассказывает Вадим Марсилович.
Профессионалы своего дела – водители Бикбулатовы со своими служебными обязанностями справляются успешно и своевременно. По мнению руководства предприятия, производственные задания они выполняет точно, и ответственно относятся к доверенной им технике.

“Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы коллективында ғаилә хеҙмәт династиялары менән хаҡлы рәүештә ғорурланалар.
Әгәр Бикбулатовтар ғаиләһенең бөтә хеҙмәт стажын бергә иҫәпләһәк, яҡшы ғына һан килеп сыға. Уларҙың өсөһөнөң дә предприятиелағы хеҙмәт стажы утыҙ ике йылдан артыҡ. Бикбулатовтар династияһының һәр вәкиле водитель һөнәренә үҙенсә ҡарай, уларҙың үҙ водитель стиле, шәхси сифаттары һәм эшенә ҡарашы бар. Бөгөнгө көндә был ғаиләнең һәр ағзаһы тормош юлының төрлө этаптарын лайыҡлы үтә: иң өлкәне, атай кеше булған Марсил Исбах улының бай тормош тәжрибәһе һәм уның менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бар. Ә уның улдары Илдар менән Вадимдың хеҙмәт юлы яңы башланып киткән. Егеттәр ҙә, аталары миҫалында намыҫлы һәм яуаплы кешеләр булып буй еткергән, хәләл көсө менән матур тормош ҡорғандар. Бикбулатовтарҙың ғаилә биографияһы предприятие тарихы, уның ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ традициялары менән айырылғыһыҙ бәйле.
– Был абруйлы предприятиеға туғандарым миҫалында эшкә килдем. Транспортта эшләү өсөн кәрәкле документтарым бар ине. Ҙур теләк менән В һәм С водитель категорияларына уҡып сыҡтым. Эшсе һөнәрен осраҡлы һайламаным, мин ғаиләбеҙ династияһын дауам итеүсе, атайым һәм ағайым эҙенән барам. Бөгөн, улар кеүек үк, КамАЗ машинаһында беренсе йыл ғына эшләмәйем. Туғандарым ярҙамында эшкә тиҙ өйрәндем, коллективта хеҙмәттәштәрем менән уртаҡ тел таптым, бөгөнгө көндә билдәле бер тәжрибә туплауға өлгәштем. Техниканы ла, йыш йөрөргә тура килгән маршруттарҙы ла тиҙ үҙләштерҙем. Эшемде яратып башҡарам: етәкселек бар башланғысты хуплап тора, яңы техника менән тәьмин итә һәм яҡшы эш хаҡы түләй, – тип һөйләне Вадим Марсил улы Бикбулатов.
Үҙ эшенең оҫталары булған ипле, эшсән аталы-уллы Бикбулатовтар алдына алған бурыстарын уңышлы һәм ваҡытында башҡара. Предприятие етәкселеге фекеренсә, улар производство заданиеларын теүәл үтәй, һәм үҙҙәренә ышанып тапшырылған техникаға яуаплы ҡарай.